Радий Хәбиров бөгөн полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов һәйкәленә сәскә һалды

15 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке вице-премьерына 59 йәш тулған булыр ине. Былтыр Өфөлә Мосолмандар зыяратында Артур Әхмәтханов ҡәберендә һәйкәл ҡуйылды. Радий Хәбиров мәрхүмдең ҡатыны һәм улы менән аралашты, уларға сабырлыҡ һәм һаулыҡ теләне. Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов сығышы менән Салауат районы Торналы ауылынан. Ул ғүмерен полицияла хеҙмәт итеүгә арнай, Төньяҡ Осетияла Эске эштәр министры була, 2018 йылдан Башҡортостан Хөкүмәтен вице-премьеры вазифаһын башҡара. Артур Әхмәтханов 2019 йылдың майында вафат була.