Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 676 кешелә “ковид-19” вирусы раҫланған, 668 пациент тулыһынса һауыҡҡан. 29 ауырыуҙың ғүмере өҙөлгән. Әле республикала коронавирус менән 8 мең самаһы кеше ауырый. Уларҙы 800-гә яҡыны ковид госпиталдә дауалана. Сирлеләрҙең күбеһе 60 йәштән өлкәндәр, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.