Танылған совет дипломаты, яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовтың тыуыуына бөгөн 131 йыл

Кәрим Хәкимов  1890 йылдың 15 ноябрендә Бишбүләк районы Дүсән ауылында тыуған. Ул ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы илсеһе була. Уны “ҡыҙыл паша” тип йөрөтәләр. Кәрим Хәкимов сәйәси золом ҡорбаны. Ул 1937 йылда Мәскәүҙә ҡулға алына һәм нахаҡҡа ғәйепләнеп атып үлтерелә. Башҡортостан Милли архивы директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов әйтеүенсә, Кәрим Хәкимов арҙаҡлы дипломат ҡына түгел, ижади шәхес булған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан Милли архивы һәм Архив эштәре буйынса идаралыҡ Кәрим Хәкимов иҫтәлегенә электрон газета сығарҙы. “Донъя илсеһе” тип аталған баҫмала Кәрим Хәкимовтың тормошо һәм эшмәкәрлегенә бәйле бай йөкмәткеле мәғлүмәт тупланған.