Башҡортостан парламентындағы даими комитеттарҙа Республика бюджеты проекты буйынса фекер алышыу тамамланды. Төп финанс документ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында беренсе уҡыуға сығарыла. Ул 25 ноябрҙә була. Киләһе йылда Республика бюджетының 228 миллиард һум булыуы көтөлә. Сығымдарҙың төп өлөшө социаль өлкәгә йүнәлтелә.