Нияҙғол карьерына бәйле хәл контролгә алынды

Әбйәлил районының Нияҙғол карьеры менән бәйле хәлде ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия контролгә ала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әбйәлил районының Ташбулат ауылы биләмәһендә урынлашҡан карьерҙа тимер мәғдәне сығарыла. Был ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү 18-се быуат уртаһында уҡ башланған.

Һуңғы йылдарҙа карьерҙа "Восток" Урал тау байыҡтырыу идаралығы компанияһы эшләй. Әммә ерле халыҡ был ойошманың эшмәкәрлегенә ризаһыҙлыҡ белдерә. Улар фекеренсә, урында шартлатыу эштәре алып барыла, бысраҡ һыу ағыҙыла, йәғни тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерелә. Шул уҡ ваҡытта карьерҙа эшләүселәр был дәғүәләрҙе инҡар итә.

Интернет селтәрендә тәбиғәткә зыян килтереү хаҡында мәғлүмәт барлыҡҡа килеү менән ваҡиға урынына Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйлынса ведомство-ара комиссия ағзалары барҙы. Уны Хөкүмәт Премьер-министры Азат Бадранов етәкләй.

Осрашыуҙа Әбйәлил райлоны хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, ауыл биләмәһе депутаттары ла ҡатнашты. Проблеманы ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышында тикшерергә хәл ителде, шулай уҡ урындағы актив тарафынан да даими контроль ойошторола.

Етешһеҙлектәр асыҡланған осраҡта, компания уларҙы тиҙ арала бөтөрөргә вәғәҙә бирә. Кире осраҡта лицензиялары тартып алыныуы ихтимал. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, "Восток" компанияһы тимер мәғдәне ятҡылыҡтарын үҙләштергән үҙенсәлекле предприятие булып тора, хужалар һалымдарҙы ваҡытында түләп бара, улар ошо биләмәләге социаль-иҡтисади проблемаларҙы хәл итергә лә әҙер.

Тәү сиратта урындағы халыҡтан инициатив төркөм ойошторола, актив граждандар карьерҙың эшмәкәрлеген котролгә аласаҡ. Бынан тыш, проблема Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса комиссия ултырышына сығарыла. Экологияға зыян килтереү буйынса дәғүәләр раҫланған осраҡта лицензияның тартып алыныуы мөмкин. Әле компания шартлатыу технологиялары ҡулланылмай, тимер мәғдәне экскаватор менән ҡаҙып сығарыла тип белдерә.

АЗАТ БАДРАНОВ, БАШҠОРТОСТАН ХӨКҮМӘТЕ ПРЕМЬЕР-МИНИСТРЫ УРЫНБАҪАРЫ

Рәмзиә Кәримова