Баймаҡ районының Күсей ауылы эргәһендә алтын сығарыу эшен туҡтатыу ҡарала

Баймаҡ районы Күсей ауылы эргәһендә алтын сығарыу эшен алып барған «Графское» компанияһының лицензияһын ғәмәлдән сығырыу мәсьәләһе ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышында ҡараласаҡ.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 Был турала Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Баймаҡ районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Енетекләберәк сираттаға материалда.

Күсей ауылы район үҙәге Баймаҡтан 84 саҡрымдай алыҫлыҡта  урынлашҡан. Урындағы халыҡ башлыса шәхси хужалыҡтан килгән табыш иҫәбенә йәшәй. Мал үрсетеп ит һәм һөт ризыҡтарын күрше Сибай ҡалаһы баҙарында һата. Әммә һуңғы осорҙа ауыл халҡы алтын сығарыусылар эшмәкәрлегенә зарлана. Улар бесәнлектәрҙе юҡҡа сығара, соҡорҙарға төшөп мал һәләк була.

«Таналыҡ» һәм «Графское» алтын сығарыу компанияларының эшмәкәрлеген ярты йыл самаһы элек ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия күҙәтеүгә алғайны. Был ойошмаларҙың хужалары хазина табылған урындарҙа рекультивация үткәрергә һәм халыҡ менән уртаҡ тел табырға һүҙ бирҙе. Әммә йөкләмәләр өлөшләтә генә үтәлгән.

Ярты йыл ваҡыт үтте. Был мөҙҙәтте компанияларҙың хужалары үҙҙәре билдәләгәйне. Беҙ уларҙың ваҡытын  сикләмәнек. Бөтә йөкләмәләрҙе лә улар үҙҙәре алды. Үҙҙәре үк үтәмәне. Бында Прокуратура, тәбиғәттән файҙаланыу федераль хеҙмәте идаралығы тикшереүҙәр уҙғарҙы. Белеүемсә куп кенә  етешһеҙлектәр асыҡланған. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында уларҙың лицензияһын ғәмәлдән сығарыу мәсьәләһен күтәрәсәкбеҙ.

Азат Бадранов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары

Беренсе Төркмән һәм Басай ауылдары эргәһендә «Весна» компанияһы алтын сығара

Коллективта урындағы халыҡ вәкилдәре лә эшләй. Предприятие ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади үҫешенә лә үҙ өлөшөн индерә. Әммә, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереү мәсьәләһе тулыһынса хәл ителмәгән.

Осрашыу барышында намыҫһыҙ алтын сығарыусыларҙан һаҡланыу маҡсатында ауыл халҡына бесәнлектәргә хоҡуҡты юридик яҡтан нығытырға тәҡдим ителде. Иҡтисад иһә ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыуҙы талап итә.

Бер алтын сығарыу компанияһы киткән хәлдә лә уның урынына башҡаһы киләсәк. Күсей ауылындағы хәлдәр иһә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышының көн тәртибенә сығарыла. Беренсе Төркмән һәм Басай ауылында иһә алтын сығарыусыларҙың эшмәкәрлеген күҙәтеү маҡсатында йәмәғәт советы ойошторорға ҡарар ителде.

Рафиҡ Әхмәтшин