Башҡортостан халҡының 73 процентҡа яҡыны коронавирустан прививка яһатҡан

Был турала Республика башлығы бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Вакцина ҡаҙатыусыларҙың артыуы  ауырыу йоҡтороусылар һанын, үлем осраҡтарын кәметергә булышлыҡ иткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шулай уҡ ковид госпиталдәрҙәге урындар 2 меңгә тиерлек ҡыҫҡартылған, йәғни байтаҡ медицина учреждениелары ғәҙәти режимға күсерелә. Оператив кәңәшмәлә яңғыраған ошо һәм башҡа яңылыҡтар тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Башҡортостанда прививка яһатыусыларҙың артыуы мәкерле сирҙе сигендерергә булышлыҡ иткән. Әммә тынысланырға иртәрәк. Әле сәнәғәт, ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәрен вакцинациялау талап ителә, тап ошо  өлкәләрҙә күрһәткестәр түбән. Бынан тыш, Көнбайыш Европала коронавирустың  яңы тулҡыны башланыуы күҙәтелә, тимәк, сирҙең тағы ла урап килеүе ихтимал. Республика әҙерлек һыҙығында торорға тейеш.

Медицина хеҙмәткәрҙәре диспансер тикшереүҙе кире ҡайтарырға ла тәҡдим итте. Радий Хәбиров был ҡарарҙы хупланы. Сөнки коронавирус менән бәйле  башҡа ауырыуҙар артҡы планда ҡалып килә. Башҡа тармаҡтарҙа ла яйлап ҡына ғәҙәти режимға күсеү башланды. Бөгөн мәктәп уҡыусылары парта артына ултырҙы. Башҡортостан киләсәктә күләмле сараларҙы ҡабул итергә лә ниәтләй. ноябрь башында СИОФ-тың Будапешта үткән халыҡ-ара советында  тәүге балалар фольклориадаһын 2024 йылда Өфөлә уҙғарырға хәл ителгән.

Яңы йылды ҡаршыларға ла һанаулы ғына көндәр ҡала. Урам-майҙандарға байрам төҫө биреү шарт. Әлбиттә, пандемия менән бәйле  финанс мөмкинлектәр кәмене, әммә  байрамды юғары кимәлдә ойоштора алабыҙ, тине Радий Хәбиров. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер сараларҙы уҙғарғанда белгестәрҙең фекеренә ҡолаҡ һалыу мотлаҡ. Мәҫәлән, Аксаков шыршыһы буйынса.

Оператив кәңәшмәлә халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре хаҡында ла һүҙ барҙы. Башҡортостанда 4 миллион 100 мең кеше теркәлгән. Республика был мөһим кампанияла ҡатнашыу буйынса Рәсәйҙә лидерлыҡты биләй. Һанлы технологиялар ҙа иҫәп алыу барышын еңеләйткән. Заманса алымдар тәүге һөҙөмтәләрҙе киләһе йылдың апреленә иғлан итеү мөмкинлеге бирә, тулы һандар йыл аҙағына билдәле буласаҡ. Элек йыйылған мәғлүмәттәрҙе иҫәпләү өсөн 3-4 йыл талап ителгән.

Рәмзиә Кәримова