Коронавирус таралыуын сикләү буйынса оператив штаб ултырышында Республика Башлығы Радий Хәбиров шундай ҡарар ҡабул итте. Ҡышҡы миҙгелдә Башҡортостандың тау саңғыһы комплекстары Рәсәй туристары араһында популяр. Шуға республиканың баш санитар табибы Анна Казак ҡунаҡхана йәки отелдәрҙә йәшәү өсөн дә вакциналау сертификаты һәм медицина белешмәһе талабын индерергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров “Юғары әҙерлек” тәртибе указына тейешле үҙгәреш индерергә ҡушты.