Республика делегацияһын Радий Хәбиров етәкләй. Башҡортостан Башлығы пленар ултырышта ҡатнаша, шулай уҡ “Рәсәй автомобиль юлдары”, “Рәсәй тимер юлдары” компаниялары етәкселәре менән осрашырға йыйына. Форумда Транспорт стратегияһын тормошҡа ашырыу, 2035 йылғаса тармаҡта технологик үҫеш юлдары ҡарала.