Бөгөн Радий Хәбиров Мәскәүҙә "Рәсәй транспорты-2035" тигән пленар дискуссияла ҡатнашты. Унда илдең транспорт селтәрен үҫтереү, яңы технологиялар ҡулланыу мәсьәләләре ҡаралды. Республика Башлығы журналистар менән әңгәмәлә транспорт өлкәһен яңыртыу - Башҡортостан хөкүмәте эшмәкәрлегендә мөһим йүнәлеш тип белдерҙе. Мөһим тема - Мәскәү-Ҡазан-Екатеринбург трассаһы. Ул беҙҙең республика аша үтә, Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондарынан һуҙыла. Был - 140 километр самаһы. Уның буйынса ла һөйләшеүҙәр алып барыла, тине Радий Хәбиров.