Беренсе башҡорт «ҡара алтын»ын табыусыларға һәйкәл майҙаны төҙөкләндереләсәк

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа  Ишембайға эш сәфәрендә уның проекты күрһәтелде. Шулай уҡ төбәк етәксеһе Ленин проспектын төҙөкләндереү барышын ҡараны. Башҡортостан ихаталары проекты буйынса ремонтланған ихатала күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр менән осрашты, Ишембай трикотаж фабрикаһында булды. Эш сәфәренән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.  

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ишембайҙың үҙ «ҡыҙыл келәм»ле юлы була. Тантаналы саралар ваҡытына ғына түгел ә бик оҙаҡҡа һалына ул, сөнки сифатлы төҙөлөш материалы - клинкерҙан. Һәр хәлдә аллеяны төҙөүселәр шулай ти. Ҡаланың Ленин проспекты Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар проекты буйынса төҙөкләндерелә. Объектта Радий Хәбиров Ишембайға эш сәфәре  барышында булды. 79 миллион һумдан ашыу аҡсаға юл киңәйтелеп асфальт һалынған, яҡтыртыу ҡорамалдпры, светофорҙар алыштырылған. Ағастар ултыртылған.

Төбәк етәксеһе Башҡортостан ихаталары программаһы буйынса төҙөкләндерелгән Бульвар урамындағы ихатала булып халыҡ менән аралашты. Ихатала асфальт түшәлгән, йомшаҡ япмалы  балалар майҙансығы, спорт майҙансығы төҙөлгән.

Сифатлы, ныҡлы, үҙебеҙҙеке. Был Евразия иҡтисади союзы сертификаттары менән дә раҫланған.  Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн  трикотаж  кейем тегеүселәр менән осрашып  Радий Хәбиров эш шарттары менән танышты. 

Көндәлек план – 500 дана кейем. Был бөтә цех өсөн түгел, ә бер тегенсегә. Сабира Асманова фабрикаға эшкә егерме йыл элек килгән. Һигеҙ йыл яратҡан эшенән айырылып торған  ханым ике ай элек кенә кире ҡайтҡан.

Уңайлы график, әммә 15- 20 мең һум хеҙмәт хаҡы. Был конкурентлы шарттар өсөн түгел. Радий Хәбиров ойошма хеҙмәткәрҙәренә  эш хаҡын арттырыу юлын ҡарарға ҡушты. Сөнки районда  «Алға» махсус  иҡтисади биләмәһендә лә тегеү предприятиелары асыла. Фабрика еңел сәнәғәт өсөн субсидиялы программаларҙа әүҙемерәк ҡатнашырға тейеш, тип билдәләнде осрашыуҙа. Һуңғы ике йыл эсендә яуаплылығы сикләнгән «Ишембай трикотаж фабрикаһы» 19 миллион һумдан ашыу дәүләт ярҙамы алған. Бәйләү һәм буяу цехтары ремонтлана.

Амфитеатр, ял итеү өсөн һәм балалар, спорт майҙансыҡтары, сауҙа өсөн урын. Архитектор  Дмитрий Винкельман ҡаланың символы – Ишембайҙағы беренсе башҡорт нефтен асыусыларға һәйкәл майҙанын киләсәктә  шулай күрә. Ҡала хакимиәтендә проект презентацияһы үтте.

Объектты төҙөкләндереү эшен  киләһе йылда  Башҡортостанда «ҡара алтын» табыуҙың 90 йыллығына тамамлау күҙаллана.

Рәмилә Исмәғилева