Бөгөн Мәскәүҙә «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумы асылды

 Уның эшендә Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ҡатнаша. Дүрт мең квадрат метр майҙанда транспорт өлкәһендәге 90-дан ашыу заманса экспонент тәҡдим ителгән. Башҡортостан стендында төп урын Көнсығыш сығыу юлы макетына бүленгән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Билдәле булыуынса, күләмле проект ҡала һәм төбәк автомобиль юлдарын бушатырға мөмкинлек бирә, ике федераль трассаны үҙ-ара тоташтыра, ҡала аша йөрөү уңайлығын яҡшыртыр тип көтөлә. Инвестициялар миллиардтарса һумдар менән иҫәпләнә. Бынан тыш, республика башҡа проектар ҙа тәҡдим итте.

Транспорт өлкәһенең бөгөнгөһө һәм киләсәге пленар ултырышта тикшерелде. Унда «М-12» трассаһы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты юғары тиҙлекле «Мәскәү- Екатеринбург» трассаһын төҙөү бурысы ҡуйғайны. Уның 140 километр оҙонлоғондағы өлөшө Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондары аша үтә. 

 Транспорт аҙаналығы сиктәрендә Башҡортостан санитар авиацияһы өсөн медицина модулле икенсе вертолет алды. Һауа судноһы үҫеш корпорацияһы ярҙамы менән һатып алынды. Киләсәктә ауыр хәлдәге пациенттарҙы алыҫ төбәктәрҙән тиҙерәк дауаханаларға килтереү өсөн бындай техникалар һанын арттырыу планлаштырыла.