Башҡортостан бюджеты киләһе йылға 15 миллиард һум дефицит менән ҡабул ителә

Был турала бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Президиум ултырышында белдерелде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Президиумда Парламенттың киләһе ултырышына сығарылған ҡануни документтар ҡаралды. Беренсе уҡыуға сығарылған мөһим закон проекттарынан ойошмаларҙың табышына һалым ставкаһын кәметеү, туризм эшмәкәрлеге, юл хәүефһеҙлеге хаҡындағыларҙы билдәләп үтергә мөмкин.

Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау техник тикшереү үткәргән осраҡта ғына тормошҡа ашырыласағы хаҡындағы положение Кодекстан алып ташлана. Йәғни ОСАГО килешеүен төҙөү өсөн диагностика картаһын күрһәтеү кәрәкмәй. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың киләһе ултырышында ҡаралған төп  закон проекты Башҡортостандың киләһе йылға бюджеты менән бәйле.

Финанс документының дефицит менән ҡабул ителеүе  билдәле нормаларҙан артмай, икенсенән федераль ҡаҙнанан ҙур ярҙам күрһәтелә, дотациялар бирелә. Шуға күрә социаль йөкләмәләрҙе үтәү менән бәйле ҡатмарлыҡтар булмаҫ тип көтөлә.