Ғафури районы Юлыҡ ауылында 17-нән ашыу ғаилә ауыл хужалығы кооперативына берләшкән

Етештереү, тәьмин итеү, һатыуға сығарыу. Ғафури районы Юлыҡ ауылында 17-нән ашыу ғаилә ауыл хужалығы кооперативына берләшкән. «Хәләл-Еҙем»дә сифатлы һәм сәләмәтлеккә файҙалы аҙыҡ-түлек етештерелә. Фәнил Басиров етәкләгән кооператив эшмәкәрлеге менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова танышты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Иттән ярым фабрикаттар етештереү цехында иртәнге туғыҙҙан эш ҡайнай. Һабай һәм Юлыҡ ауылдарында йәшәгән тиҫтәгә яҡын ҡытын-ҡыҙ хәләл иттән сифатлы аҙыҡ етештерә.

 Бурыстар һәм эштәр бүленгән: ҡамыр баҫыу, ит үткәреү, билмән бөгөүҙә ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Ҡатын-ҡыҙҙар бөтәһе лә вакцинация үткән, эш барышында барлыҡ һаҡлыҡ саралары үтәлә. Төпкөлдә кооператив шарттарында ҡулаҡса эшләү мөмкинлеген уңған хужабикәләр өсөнсө йыл файҙалана.

 Цехтағы ит продукцияһы хәләл.  Ит ике градус һыуыҡта махсус һыуытҡыстарҙа тотола. Ҡорамалдар бөтәһе лә Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән грант аҡсаларына һатып алынған. Етештерелгән ярымфабрикаттар туңдырыу камераһына урынлаштырыла. Һуңынан бер һәм өсәр килограмдан полиэтилен ҡапсыҡтарға тултырыла.

Был цехта иттән туғыҙ төрлө хәләл ризыҡ етештерелә. Ҡамыр йәйеү тулыһынса автоматлаштырылған. Ваҡ бәлеш, өсмөйөш кеүек милли ризыҡтарҙы әҙерләгәндә ҡамыр ҡул көсө менән уҡлау ярҙамында йәйелә.

  Цехта сменаһына 120-130 килограмм хәләл ярымфабрикаттар етештерелә. Эслектәргә башлыса йылҡы һәм һыйыр ите ҡулланыла. Ингридиенттар бөтәһе лә теүәл һәм етәрлек һалына. Ваҡытында спорт өлкәһендә халыҡ-ара кимәлдә  ҙр еңеүҙәр яулаған етәксе фекеренсә, халыҡҡа  сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек тәҡдим ителергә  тейеш.

 Кооперативтың сауҙа нөктәләрен айырым рекламалау кәрәклеге юҡ. Халыҡ сифатлы һәм туҡлыҡлы булыуы тураһында ишетеп, тап ошо продукцияға өҫтөнлөк бирә.

  «Еҙем -Хәләл» кооперативы рәйесе киләсәктә тырыш хеҙмәткәрҙәр көсө менән продукция етештереү күләмен арттырып, мал һуйыу цехын булдырыу хыялы менән яна.

 Халыҡ-ара спорт мастеры, Башҡортостан һәм донъя чемпионы өсөн күптән инде марафон дистанцияларына йүгереү тамамланһа ла,тормоштағы кешеләрҙе диндар рухлы, сәләмәт итеп тәрбиәләү марафоны әлегә башланып ҡына тора.

Гүзәл Борханова