Батыр исемен йөрөткән хоккей клубы карантинға бәйле тәнәфестән һуң еңеү яулай алды. Континенталь хоккей лигаһында даими чемпионат барышында Түбәнге Новгородта “Торпедо” һәм “Салауат Юлаев” командалары осрашты. Өфө хоккейсылары 2-0 иҫәбенә еңеү яуланы. Ике голды ла дәғүәсе ҡапҡаһына Сакари Маннинен индерҙе. Юлаевсыларҙың баш тренеры Томи Ламса осрашыуға ошондай баһа бирҙе
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКХЛ-дың Көнсығыш конференцияһында турнир теҙмәһендә юлаевсылар өсөнсө урында килә. Иртәгә Өфө хоккейсылары Мәскәү өлкәһендә “Витязь” менән осраша.