Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса комиссия Учалы районында алтын ҡаҙыусылар эше менән танышты

Республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов һәм Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров Илсеғол, Мулдаш һәм Мансур ауылдарында булды. Илсеғол халҡы бындағы компания менән килешеүгә өлгәшкән – ауыл хужалығында ерҙәрендә ҡаҙыу алып барылмай, халыҡҡа эш урыны бирелгән. Мулдаш ауылында иһә хәл бөтөнләй башҡаса. Халыҡ ниндәй компания ҡаҙыу алып барғанын теүәл белмәй, ойошманың алтын табыу өсөн рөхсәте булмауы ла ихтимал. Азат Бадранов әйтеүенсә, прокуратура һәм яуаплы органдар тикшереү үткәреп тейешле баһа бирәсәк. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса комиссия Мансур ауылы янында диорит карьерында ла булды. Халыҡ карьерҙан килгән саңға зарлана ине. Ойошмала яңы ҡорамалдар һатып алынған, тирә-яҡҡа булған зыян кәмегән.