Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров шулай тип белдерҙе. Мәскәүҙә “Транспорт аҙналығы” бара. Унда беҙҙең республика вәкилдәре лә ҡатнаша. Сарала ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса һөйләшеүҙәр ойошторола, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла. Шундай ҡеүәтле проекттарҙың береһе – Мәскәү – Ҡазан – Екатеринбург трассаһы. Автомагистралдең бер өлөшө Башҡортостан аша үтергә тейеш. Андрей Назаров әйтеүенсә, М-12 трассаһы республика үҫеше өсөн ҙур мөмкинлектәр бирәсәк.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт