Боҙ өҫтөндә һаҡ булырға кәңәш итәләр

Ҡотҡарыусылар халыҡты йылға, күлдәрҙә бәхетһеҙ осраҡтар булыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә. Әле һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡатламы ҡалын түгел. Ул кешене күтәрмәй. Балалар һыу буйында уйнамаһын, балыҡсылар иғтибарлы булһын, ти ҡотҡарыусы Надир Хәсәнов. Ҡатмарлы хәлдә тыныс ҡала белеү мөһим, тип кәңәш итә ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, ошо арала Ҡариҙел йылғаһында бер ҡатын ҡатын һыу аҫтына киткән. Илеш районында быуала алты йәшлек малай батҡан.