Улар тәртип һәм именлек һағында. Бөгөн илдә участка полицияһы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Тимерйән Рәжәпов байтаҡ йылдар Өфөлә участковый булып эшләгән. Тырыш хеҙмәте өсөн дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. “Участковыйҙар халыҡ һулышын тоя белергә тейеш. Шунда ғына эш уңышлы бара”, ти ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт1917 йылғы октябрь революцияһына тиклем участковыйҙар кварталды күҙәтеүсе, урядник тип атала. 1923 йылда совет милицияһында участковыйҙар институтына нигеҙ һалына. 1930 йылда ҡала һәм ауылдарҙа участка эшен алып барыусыларға участка милицияһы инспекторы тигән исем бирелә.