Республика менән идара итеү үҙәге проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнаша

     Өфөләге күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүсе 4 балалы ғаилә иҙәндәрҙең һыуыҡ булыуына зарланғайны. Һалҡын подвалдан килгән. Йортта йәшәүселәр был проблема тураһында социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. Ул “Инцидент-менеджмент” системаһына эләгә. Һөҙөмтәлә идарасы компания эштәрҙе ошо көндәрҙә тамамлай. Подвал йылытыла.

    Йыл башынан алып Республика менән идара итеү үҙәге торлаҡ йорттар проблемаһына ҡағылышлы 690 мөрәжәғәтте ыңғай хәл иткән.