Башҡортостан студенттары тәҙрә йыуа торған шыйыҡса менән ағыуланыуы ихтимал

Ҡазанда булған фажиғә сәбәптәре  хоҡуҡи проблема  ғына түгел, ә  социаль мәсьәлә.  Был турала "Айыҡ Башҡортостан" проекты  координаторы, Республика парламенты  рәйесе  урынбаҫары  Рөстәм  Ишмөхәмәтов белдерҙе.  Ҡазанда  Башҡортостан студенттары  спиртлы  шыйыҡса  эсеп  ағыуланды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡазанда  13 студент  спиртлы  эсемлек ҡулланып  дауаханаға эләкте. Уларҙың  10-ауһы  Башҡортостандан. Тәфтиш комитеты иһә  студенттарҙың  контрафакт алкоголь түгел, автомобиль тәҙрәһен  йыуа торған шыйыҡса эсеп  ағыуланыуы тураһында  хәбәр итте.