Республика китапханалары бөгөн Халыҡ-ара студент кинофестиваленә ҡушылды

 41-се тапҡыр ойошторолған мәҙәни проект Рәсәй режиссерҙары ижадын пропагандалауы менән үҙенсәлекле. Йыл һайын унда киноиндустрия өлкәһендәге яңылыҡтар барлана, абруйлы фестивалдәрҙә еңеү яулаған фильмдар, яңы исемдәр телгә алына.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өфөнөң 10-сы моделле китапханаһында үткән сараға Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһы уҡыусылары саҡырылды. Улар ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙы ҡарап ҡына ҡалмай, фекер алышыуҙа ла ҡатнашты.