Автобус – «өрәк», ә пассажирҙар «ҡуян»

Рөхсәтһеҙ кеше ташыу менән шөғөлләнеү осраҡтарын асыҡлау буйынса уҙған рейдта ҡануниәтте инҡар итеүсе водитель яуапҡа тарттырылды. Йүнселдең пассажирҙар ташыуға хоҡуғы, ә салонда ултырыусы халыҡтың билеттары ла юҡ. Транспорт өлкәһен күҙәтеү хеҙмәте инспекторҙары бынан тыш та етешһеҙлектәр тапты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Гаджеттар заманында рөхсәтһеҙ пассажир ташыусыларҙы еңел генә асыҡлармын тимә. Юлда пагонлы хеҙмәткәрҙәрҙе күреү менән водителдәр бер-береһенә хәбәр итеп маршрут шундуҡ үҙгәртелә. Шуға күрә был юлы инспекторҙар пассажирҙар тейәп юлға сыҡҡан билдәле бер автобусты көтә. Уның ҡайҙа килеүен дә салонда ултырыусы шымсы хеҙмәткәр хәбәр итә. һәм транспорт сараһы ниһайәт, Өфөгә яҡынлаша.

Ҡыҙғанысҡа күрә, пассажирҙар ғына тәғәйен урынға әҙ генә барып етмәй ҡалды. Хәйер, улар ҙа рәсми теркәлмәгән автобусҡа ултырып үҙ ғүмерҙән, юл йөрөү уңайлығын хәүеф аҫтына ҡуя.

Билет юҡ икән, гарантия ла юҡ. Берәй хәл булған осраҡта водитель үҙ пассажирҙары алдында бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ тотмай. Тик бына транспорт өлкәһен күҙәтеү федераль хеҙмәте алдында яуап бирергә тура киләсәк.

Бер-ике йыл элек кенә был өлкәлә  тәртипһеҙлек ине. Кем теләй шул кеше ташыны. Хәҙер рейдтар планға ярашлы үтеп тора. Төрлө ведомстволар, полиция менән берлектә рөхсәтһеҙ пассажир ташыусыларҙы асыҡлайбыҙ. Хәл  яҡшырҙы. Күптәрҙең хәҙер документтары теүәл, транспорт сараһы ла төҙөк.

Максим Имаев, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы секторы мөдире

Автобустарҙы нисектер фаш итеп булһа, ә бына «ларгустар» менән хәл мөшкөл. Салонда килеүсе пассажирҙар инспекторҙар туҡтатҡан осраҡта кинәт туғанлашып китә. Йәнәһе лә, руль артындағы кеше ҡоҙа-ҡоҙасаһын йәки ағай-энеһен ултыртып алған. Тик бына бәләгә тарып йәрәхәтләнгән йәки транспорт ватылып тәғәйен урынға барып етмәгән осраҡта ғына туғаныңдай күргән таксистан аҡсаңды кире ҡайтарырмын, компенсация алырмын тимә.

Айнур Кәбиров