Өфөлә «Үҙәк баҙар» сауҙа сервис комплексында вакциналау пункты эшләй

Мобиль пункт эш көндәрендә сәғәт 1-ҙән киске 8-гә һәм ял көндәрендә 10-дан 8-гә тиклем асыҡ. Вакцина яһатыусыларҙың үҙе менән СНИЛС һәм паспорты булырға тейеш.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ревакцинацияға килеүселәр ҙә бар. Әлегә  Спутник В яһайбыҙ. Спутник Лайтты ошо көндәрҙә алырға тейешбеҙ. Тик уны ҡаҙатып ситкә, мәҫәлән, Европа илдәренә сығып булмай.

Екатерина Николайчук, Өфө ҡалаһының 44-се поликлиникаһы бүлеге мөдире

Иң мөһиме – поликлиникаларҙағы кеүек сиратта ултыраһы түгел, ти ковидҡа ҡаршы вакцина яһатыусылар. Халыҡ кампанияның мөһимлеген аңлап ҡабул итә.   

Рәмилә Исмәғилева