Һөт йыйыу пунктына грант ярҙамы

Ғафури районы Баҡраҡ ауылынан шәхси эшҡыуар Альбина Ибраһимова ла ошондай мөмкинлек менән файҙаланыу бәхетенә ирешкән. Ғафури районы Еҙем-Ҡаранда урынлашҡан һөт йыйыу пункты эшмәкәрлеге менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә танышты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Водитель Радик Аҙнабаев шәхси эшҡыуар Альбина Ибраһимованың ҡул аҫтында өсөнсө йыл эшләй. Ауыл хужалығы өлкәһендә грантҡа алынған техника эштә бик уңайлы. Райондың төрлө өлөшөндә урынлашҡан шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйыу процессы күпкә еңелләшәсәк. «Некст-Газель» автомобиленең һөт һыйҙырышлығы дүрт тоннанан ашыу. Хаҡы – 3 миллион 300 мең һум.

Альбина Әхәт ҡыҙы шәхси хужалыҡтарҙан, фермаларҙан һөт йыйыу менән электән шөғөлләнә. Бында килеп туҡтаған һәр һөт ташыусы машинанан үҙе үк пробалар ала.

Ике тиҫтә йыл ашыу һөт продукцияһын йыйыусы ханым иң беренсе сиратта, аҡтың сифатына иғтибар итә һәм сит матдәләр булмауын айырым контролдә тота. Әсегән, ҡуйылығы норманан түбән, составында антибиотиктар булған һөт дөйөм цистерналарға ҡойолмай, кире хужаларына ҡайтарыла.

Йәйге миҙгелдә был пункттан 20 тоннанан ашыу һөт оҙатыла. Ҡыш һыйырҙар һыуалғас, күрһәткес 8 тонна тәшкил итә. Бизнес-планда һөт йыйыу пунктын йыл әйләнәһенә ҡеүәтле эшләтеү өсөн шәхси эшҡыуар үҙ хужалығында алынған һөттө ҡулланасаҡ. Ошо маҡсатта грант аҡсаларына өҫтәмә рәүештә пресс-йыйыусы ла һатып алынған.

Халыҡтан һөт йыйыусы шәхси эшҡыуар үҙенә эшләй. Беҙ уға ер участкаһын рәсмиләштерергә хоҡуҡи ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән Альбина Әхәт ҡыҙы апрелдә Хөкүмәттән грант алыу хоҡуғына иреште. Ун кеше араһынан уның бизнес-планы иң уңышлыһы тип табылды.

Юрий Родионов, Ғафури районының мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры

Еҙем-Ҡарандағы был һөт йыйыу пункты өс йыл элек төҙөлгән. Техник база яңыртылыуына техник директор Рөстәм Ибраһимов та шат.

Һөт йыйыу пунктында ете кешегә эш урыны булдырылған. Эшкәртеү ҡеүәтен арттырыу менән хеҙмәт урындары ла артыр тип күҙаллана.

Еҙем -Ҡаран ауылындағы һөт йыйыу пунктына һыйырҙың ағы Ғафури районынан тыш күрше Ауырғазы, Архангел, хатта Белорет райондарынан да килтерелә. Уңышлы эшҡыуарҙар Альбина менән Рөстәм Ибраһимовтар киләсәктә шөғөлдәрен киңәйтеп, һөттө эшкәртеп үҙҙәре үк бер-нисә төрлө продукция етештереп һатыуға сығарырға иҫәп тота.

Гүзәл Борханова