БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Ильис Ямалетдинов 85 йәшлек юбилейын билдәләй

Башҡортостандың милли брендына әүерелгән тәпән менән айыу композицияһы авторы бөтә ғүмерен тиерлек ағас һырлау сәнғәтенә бағышлаған. Оҫтаның эштәре Санкт-Петербург, Будапешт, Әзербайжан милли музейҙары коллекцияларында һаҡлана. Ильис Миниәхмәт улының киләсәк маҡсаты – биҙәү-һырлау мәктәбе һәм музейы ойоштороу.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Күргәҙмәлә минең һәм уҡыусыларымдың сәнғәт ынйылары тупланған. Һөҙөмтә менән бик ҡәнәғәтмен.

Ильис Ямалетдинов, биҙәү-һырлау сәнғәте оҫтаһы

Республика Милли музейында Ильис Ямалетдиновтың юбилейы айҡанлы ойошторолған һәм башҡорт тарихы йылына арналған күргәҙмә эшләй. Музей кәштәләрендә мискәле айыу һыны, скульптуралар, этно стилдәге һауыт-һабаларҙы күрергә мөмкин. Оҫтаға Мөхәммәд Али тарафынан бүләк ителгән китап айырым иғтибарға лайыҡ. Экспозиция 30 ноябргә тиклем дауам итә.