Башҡортостан аша үткән федераль трассалар киңәйтелә

Был турала Республика Башлығы Радий Хәбировтың Рәсәй транспорты министрының беренсе урынбаҫары Андрей Костюк менән Мәскәүҙә осрашыуынан һуң белдерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ике һыҙатлы М-5 һәм М-7 трассаларында авариялар йыш була. Алдағы бер нисә йылда уларҙы 4 һыҙатлы итеү бурысы ҡуйыла. Бынан тыш Башҡортостанда күперҙәр ремонтлана. Бының өсөн федераль программаға ярашлы, киләһе йылда республикаға 1 миллиард һум бүленә.