"Инкрузес" финанс пирамида тип танылды

Рәсәй банкы “Инкрузес” круиз клубын финанс баҙарында легаль булмаған эшмәкәрлек алып барыусы компаниялар исемлегенә индерҙе. Унда финанс пирамида билгеләре асыҡланған. Рәсәй федерацияһы биләмәләрендә финанс хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн Рәсәй банкы лизензияһына эйә булырға йә иһә кәрәкле реестрға индерелергә тейеш. Был шарт үтәлмәй икән, ойошма эшмәкәрлеген рөхсәтһеҙ алып бара, ҡулланыусылар иһә алданып ҡала. Был осраҡта уларға аҡсалата ярҙам күрһәтеү ҡаралмаған.