Бөгөн Радий Хәбиров республика дауаханаларына ашығыс ярҙам машиналары асҡысы тапшырҙы

Автопарктар Рәсәйҙә сығарылған «УАЗ» автомобилдәре менән тулыланды. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Төбәктәргә тәғәйенләнгән 10 транспорт сараһы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Улар үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараты, реанимация, медицина кәрәк-яраҡтары, йылытылған юрғандар менән тәьмин ителгән.

Яңы машиналар аҡ халатлыларҙың эшен еңеләйтеүҙән тыш, пациенттарҙы дауаханаға ваҡытында килтереп еткерергә ярҙам итә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала ашығыс ярҙам машиналары паркы даими яңыртыла. Был- заман талабы, тине Башҡортостн башлығы.

«Ашығыс ярҙам» автомобилдәрен Сибай, Белорет, Нефтекама, Благовещен, Мәсәғүт һәм башҡа дауаханалар алды. Ә бына Стәрлетамаҡ менән Октябрский ҡалаларына «УАЗ Патриот» машиналары асҡысы тапшырылды. 

Илдар Байбулатов