Студенттарҙың ағыуланыу осрағынан һуң туңмай торған шыйыҡсаны һатыусыларға контроль көсәйтелде

 «Хәүефһеҙ республика» проектында ҡатнашыусылар Өфөләге автомобиль запас частар, хужалыҡ тауарҙары һатылған магазиндарға мониторинг уҙғарып, шыйыҡса һауыттарындағы этикеткала яҙылған составты тикшерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Документтарҙың теүәллеген ҡараны. 2000 йылдан алып туңмаҫ һыуҙы етештергәндә көслө ағыу һаналған метанол ҡушыу рөхсәт ителмәй. Этил йә изопропил спирты ғына ҡулланылырға тейеш. Йәмәғәтселәр ойошторған күҙәтеү барышында сауҙа нөктәләренең береһендә метилгидратлы шыйыҡса һатылыуы асыҡланды. Продукцияның сертификаты шик аҫтына ҡуйылды.

Тауар сертификаты раҫланмаған. Чекта ла туңыуға ҡаршы шыйыҡса тип кенә күрһәтелгән. Составында метанол да бар. Белеүегеҙсә, ул кеше сәләмәтлеге өсөн үтә лә хәүефле. Сауҙа нөктәһендә алып барылған рөхсәтһеҙ һатыу тураһында эске эштәр министрлығына мөрөжәғәт итәсәкбеҙ.

Антон Буфетов, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Хәүефһеҙ республика» проекты координаторы

Гөлназ Хәйбуллина