Үҫемлек майына ҡытлыҡ булмаясаҡ

 Был турала Шишмә май һығыу заводынан белдерәләр. Предприятиела яңы уңыш көнбағышын эшкәртеү башланып тора. Быйыл ҡоролоҡҡа бәйле сеймал күләме аҙыраҡ булыр тип фаразланғайны. Әммә республика баҫыуҙарында көнбағыш көтмәгәндә мул уңыш биргән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика баҫыуҙарында үҫкән көнбағыш Шишмә май һығыу заводына автомобиль һәм тимер юлы транспорты менән килтерелә. Ҡояш нурҙарында өлгөргән орлоҡтар тәүҙә йыуылып таҙартыла, ҡабығынан әрселгәндән һуң май һығыу цехына эләгә.

Был цехта тәүлегенә мең тонна көнбағыш эшкәртелә. Беҙ етештергән юғары сифатлы үҫемлек майы артабан өҫтәмә  эшкәртеүгә ебәрелә йәки Рәсәй һәм сит илдәрҙәге клиенттарға һатыла.

Рауил Бикмаев, Шишмә май һығыу заводының смена етәксеһе

Үҫемлек майы артабан рафинациялау цехында өҫтәмә эшкәртеү үтә. Майлы кислоталарҙан таҙартыла. Рафинациялау ҡоролмаһының 6-сы разрядлы  аппаратсыһы Надежда Миңлейәрова быйылғы көнбағыштан алынған майҙың күләме күберәк булыуыен да билдәләй. 

Етештереү күләме юғары. Быйыл орлоҡтоң сифаты ла яҡшы. Ҡоролоҡ сәбәпле, көнбағыш составында дым  аҙыраҡ. Шуға унан күберәк май алына.

Надежда Миңлейәрова, майҙарҙы рафинациялау аппаратсыһы

Башҡы йылдар менән сағыштырғанда быйыл майлы ураҡ 15-20 көнгә иртәрәк башланды. Был баҫыуҙарҙа көнбағыш өлгөрөүе менән бәйле. Һөҙөмтәлә уңышты йыйып алыу ҙа иртәрәк тамамланған.

Көнбағыш әҙерләү пункттарына быйылғы уңыш август аҙаҡтарында уҡ килә башланы. Әле лә сеймал туплау дауам итә. Завод яҙға тиклем майлы культура менән тәьмин ителгән. Көнбағыш әҙерләү буйынса  планды үтәрбеҙ тип ышанам.

Айҙар Яҡупов, Шишмә май һығыу заводы етәксеһе

Шишмә май һығыу заводы һуңғы йылдарҙа рапс культураһын эшкәртеү йүнәлешендә лә эшләй. Был үҫемлек майы экспортҡа яҡшы оҙатыла. Сит илдә ул биояғыулыҡ өсөн сеймал булараҡ ҡулланылыуы билдәле.

Рафиҡ Әхмәтшин