Өфө яғыулыҡ- энергетика колледжы 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Уҡыу йортоноң юбилей тантанаһы «Торатау» Конгресс-холында үтте. Колледж яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн белгестәр әҙерләй. Үҙ йүнәлешендә ул илдәге башҡа белем усаҡтары араһында иң яҡшылар иҫәбендә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бында биш меңгә яҡын студент белем ала.  Күп профилле уҡыу йортон йыл һайын бер мең тирәһе белгес тамамлай һәм шул сама студент ҡабул ителә. Ағиҙел менән Баймаҡ ҡалаларында уның филиалдары уңышлы  эшләп килә.

Рәмилә Исмәғилева