«Алтын битлек» премияһы сиктәрендә Өфөлә Мәскәү театрының «Петр Фоменко оҫтаханаһы» сығыш яһаны

Ижади коллектив Уильям Шекспирҙың «Төнгө йәйҙәге төш» тип исемләнгән комедияһын тәҡдим итте. Ул баш ҡала ҡунаҡтарының иң уңышлы эштәренең береһе һанала. Тап ошо спектакль  2016 йылда  театр өлкәһенең юғары премияһына лайыҡ булған. Тамашаға билеттар бер нисә ай алдан һатылып бөткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өфөләге гастролдәр ҙә уңышлы тамамланған. Урын етмәгәнлектән хатта, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының оркестр урынын үҙгәртеп ҡорорға тура килгән.

Өфөгә беҙ күптән килергә хыялланғайныҡ. Ниһайәт, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә сығыш яһаныҡ. Театр һөйөүселәр Мәскәү тамашасыһынан күпкә айырыла. Сөнки, Өфө мәҙәни яҡтан үҫешкән ҡала. Театр әҫәрҙәренә һеҙҙә талап юғары.

Андрей Воробьев, Мәскәү театрының «П. Фоменко оҫтаханаһы» директоры

Азат Ғәлиуллин