Пермь крайының Барҙа районында «Ата-бабаларҙың алтын китабы» аллеяһы асылды

Мәртәбәле сарала республикабыҙҙан рәсми ҡунаҡтар – Пермь крайы губернаторы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре, тарихсылар һәм Барҙа ауылы халҡы ҡатнашты.

«Ғәйнә башҡорттары: халҡым, телем, тарихым алтын китаптарҙа» тип исемләнгән  дүрт арт-объектта данлыҡлы Ғәйнә башҡорттары – Туҡтамыш Ишбулатов, Исмәғил Тасимов, Салауат Юлаевтың ғәйнә башҡорттарынан сыҡҡан һигеҙ полковнигы, ете атаман һәм 16 поход старшинаһы, шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ғәйнәләрҙән тупланған 20-се полк тураһында мәғлүмәт бирелгән. Яуҙа ҡатнашҡан 13 башҡортҡа хәрби ҡаҙаныштары өсөн «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙал тапшырыла. 

Пермь крайында арҙаҡлы милләттәштәргә һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһе күптән күтәрелә. «Ғәйнә башҡорттары: халҡым, телем, тарихым» проекты сиктәрендә былтыр Барҙа районында Туҡтамыш Ижбулатовҡа һәйкәл ҡуйылды. Унда арҙаҡлы шәхестең боронғо һәм әһәмиәтле тарихи сығанаҡ булған  шәжәрәһе бирелгән. Монументаль комплекс Пермь крайы аҫаба башҡорттарының, киң йәмәғәтселектең йыйылыу, тарих төпкөлөнә әйләнеп ҡайтыу һәм йәштәрҙе ата-бабалар рухында тәрбиәләү үҙәгенә әүерелгән.

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Пермь крайында 30 меңдән ашыу милләттәшебеҙ йәшәй. Төбәктә ғәйнә, танып, ирәкте, ҡатай ырыуы вәкилдәре көн итә. Аҫаба башҡорттарҙың күпселеген ғәйнә ырыуы тәшкил итә. Данлы ғәйнәләр Туҡтамыш Ижбулатов менән Исмәғил Тасимовтарҙың вариҫтары бөгөн Пермь крайының Барҙа, Көйәҙе һәм Пермь райондарында йәшәй.

Төньяҡ башҡорттар составына ингән Ғәйнә - иң ҙур һәм боронғо ырыуҙарҙың береһе. Пермь крайының Кама йылғаһы буйында борондан аҫаба башҡорттар йәшәгән. Халҡыбыҙға данлы шәхестәр биргән төбәк халҡы бөгөн дә үҙ ата-бабалар тарихына, теленә тоғролоҡ һаҡлай. Пермь крайында 12 башҡорт йәмәғәт ойошмаһы уңышлы эшләп килә.

Байрам сиктәрендә шулай уҡ ошо төбәк халҡына ғына хас аш-һыуҙарҙы сағылдырған «Ғәйнә башҡортлары ашлары» тип аталған конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Урындағы аҫаба башҡорттар ата-бабаларҙан килгән ғөрөф-ғәҙәт, кейем өлгөләрен һәм аш-һыуҙы бик иғтибарлап һаҡлай. Ерле халыҡ аш-һыуҙарына арналған китапты ла ғәйнәләр үҙ диалектында нәшер иткән.

«Ғәйнә башҡорттары: халҡым, телем, тарихым алтын китаптарҙа» тип исемләнгән арт-объекттың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә асылыуы айырыуса әһәмиәткә эйә. Пермь крайы аҫаба башҡорттары киләсәктә төбәк халҡының тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларын популярлаштырыу, ерле халыҡтың үҙенсәлекле телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу маҡсатынан Пермь районының Ҡуян ауылында «Тасим үҙәге» тип аталған  майҙансыҡ асырға ла ниәтләй.

    Гөлдәр Сафина