Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров ТАСС агентлығына интервьюла белдерҙе. Дауалау учреждениелары Туймазы һәм Октябрьский ҡалаларында була. Төҙөлөш 11 декабрҙә башлана. Проектҡа ярашлы, һәр объекттың майҙан 9 мең квадрат метр, тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда пандемия башланғас, Өфө һәм Стәрлетамаҡ райондарында инфекция госпиталдәре асылды. Был тәжрибәне башҡа төбәктәр ҙә өйрәнә.