Өфөлә Нуғай юлында тиҙлек сикләнде

Унда ремонт эштәре бара. Ошоға бәйле тиҙлекте сәғәтенә 40 километрҙан арттырырға ярамай. Был юлда камералар ҙа урынлаштырыла. Улар 25 ноябрҙән тиҙлекте теркәй башлай, тип хәбәр итәләр мэриянан.