Кәңәшмәне Премьер-министр Андрей Назаров уҙғарҙы. Өфөлә тимер юл вокзалы комплексын реконструкциялау проектына ярашлы, эштәр ике этапта башҡарыла. Тәүгеһе тамамланған, вокзал бинаһы реконструкцияланған, инженер селтәрҙәре үткәрелгән. Икенсе этапта платформалар яңыртыла, йәйәүлеләр тоннеле төҙөкләндерелә. Тағы бер проектҡа ярашлы, Иглин районында металл ҡоролмалар, торбалар етештереү яйға һалына. Цехтар өсөн урындар билдәләнгән. Инвестор 200 миллион һумдан ашыу аҡса һалырға әҙер. Шулай уҡ "Алға" махсус иҡтисади биләмәһендә ыҫмала, буяу һәм битум комбинаты төҙөлә. Ул 2025 йылда сафҡа инергә тейеш. 25 эш урыны асыла. "Инвестиция сәғәте"ндә ҡаралған проекттарға "өҫтөнлөклө" статусы бирелде.