Башҡортостанда 1 меңдән ашыу алданған өлөшсө фатирлы булған

Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылдан 1 миллиард 400 миллион һум компенсация түләнгән. 2023 йыл аҙағынаса алданған өлөшсөләр мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү бурысы ҡуйыла. “Өлөшләтә төҙөлөш ҡатнашыусылар хоҡуҡтарын яҡлау фонды” ярҙамында 72 проблемалы объект буйынса мәсьәлә хәл ителгән. Ҡайһы бер йорттар төҙөлөп бөтә, икенселәре буйынса компенсация түләнә. Әле исемлектә 114 проблемалы торлаҡ иҫәпләнә.