Пассажирҙар ташыусы компаниянан белдереүҙәренсә, һалҡын көндәрҙә граждандар именлеген тәьмин итеү төп бурыстарҙың береһе. Республика биләмәһендәге 30 вокзалда йылытыу системалары һәм электр ҡоролмалары тикшерелгән, биналар тейешле кимәлдә йыһазландырылған. Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн 26 махсус техника әҙерләнгән.