Осрашыуҙа «Өсөнсө быуын» халыҡ университеты майҙанында урынлашҡан махсус пунктта оло йәштәгеләр өсөн прививка ҡаҙатыу шарттары, медицина бүлегендә ойошторолған лекторий иғтибар үҙәгендә булды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика буйынса дөйөм статистикаға ярашлы коронавирус менән ауырып ғүмере өҙөлгән граждандарҙың 80 проценты өлкән йәштәге шәхестәр. Шуға ла оло быуын вәкилдәрен сирҙән һаҡлау, уларҙы ваҡытында прививка эшләргә саҡырыу - көн талабы булып тора тип билдәләне Андрей Назаров.
Өлкән йәштәге граждандарға прививка ҡаҙатыу пункттары төбәктең башҡа район-ҡалаларында ла ойошторолдо. 50 муниципалитетта эшләп килгән вакцинация пункттары оло быуын вәкилдәренең сәләмәтлеген һаҡлау өсөн ыңғай этәргес булды тип баһалана. Оло йәштәгеләр өсөн уңайлы шарттар булдырыу, прививка ҡаҙатыу өсөн сираттарҙы урап үтеү өлкәндәрҙең көндәләген еңелләштереп вакцинациялау буйынса яҡшы күрһәткестәргә ирешергә мөкинлек бирҙе.