Баймаҡ ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау системаһы заман талаптары буйынса камиллаштырыла

Төбәктә яңы балалар поликлиникаһы төҙөлә. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Баймаҡтар Заманса һәм иркен балалар поликлиникаһына күптән мохтаж. Ниһәйәт , Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһенә ярашлы, урында “Геострой” йәмғиәте тарафынан төҙөлөш эштәре башланды.

Бында өс ҡатлы кирбес бина күтәрелә. Уның майҙаны 750 квадрат метр буласаҡ. Бынан тыш поликлиника биләмәһе төҙөкләндерелә. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы тиреләй парк асыу планлаштырылған.

Алексей Чалов, төҙөлөш участкаһы етәксеһе

Балалар поликлинаһы сменаһы 300 баланы ҡабул итәсәк.Яңы бина пациенттарҙы уңайлы шарттарҙы ҡабул итергә һәм дауаларға  мөмкинлек бирәсәк, медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын арттырасаҡ.

Медицина учреждениеһының яңы бинаһы федераль һәм республика ҡаҙнаһы аҡсаһына төҙөлә. Объектты файҙаланыуға тапшырыу 2022 йылға планлаштырылған.

  Әлфиә Хәмитова