БДМУ студентының йөрәге бөгөн иртән тибеүҙән туҡтаған. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, 19 егет-ҡыҙ Ҡазан эргәһендәге ҡасабала тыуған көн тантанаһын байрам итергә йыйыла. Мәжлес ваҡытында 13 кеше, ошо иҫәптән бөгөн ғүмере өҙөлгән ҡыҙ ҙа бер юлы үҙҙәрен насар тоя.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТиҙ ярҙам машинаһы иртән, башҡаларҙың да үҙҙәрен насар тойоуы асыҡланғас ҡына саҡырыла. Ҡыҙ комаға китә. Ағыуланыусыларҙың ҡанында метанол табылған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре тәүҙә йәштәрҙе таныштарынан һатып алған ялған араҡы менән ағыуланған тип уйлай. Әммә спиртлы эсемлектә метанол табылмаған.
Һуңғы мәғлүмәт буйынса, егет-ҡыҙҙарҙың машина багажнигында алкоголь менән бергә ятҡан туңмай торған шыйыҡсаға ағыуланыуы ихтимал.