Өфөлә күп фатирлы йортта йәшәүселәр вентиляция эшләмәүе арҡаһында һаулыҡтарына зыян килеүенә зарлана. Йорт идаралығы вәкилдәре мәсьәлә хаҡында хәбәрҙар, хәл итеү юлдарын да тапҡандар. Етешһеҙлекте бөтөрөүгә күпме ваҡыт талап ителә һәм өфөлөләр бындай ҡарарға ризамы? Мәсьәләнең сиселеше киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКомсомол урамындағы 35 -се йорттағы проблемалар подъезға инеү менән күҙгә күренеп тора. Подьезд стеналары боҫ менән ҡапланған, ә урта тәңгәлдә пар. Бында йәшәүселәр бөтәһенә лә вентилияция һәм канализация системаһы эшмәкәрлеге боҙолоуы сәбәпсе, тип билдәләй.
Подъезд буйынса яуаплы Әлфиә Вәхтиева әйтеүенсә, ханым көнө-төнө мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләй. Ауыр еҫтән башы ауырта, йоҡоһо ҡаса. Бинаны йыш елләтеү ҙә ярҙам итмәй, ти, ул.
Бындай йыйылыштарҙы был йортта йәшәүселәр аҙнаһына 4-5 тапҡыр ойоштора. Мәсьәләне халыҡ йорт чатында мессенджерҙарҙа ла тикшерә. Беҙҙең проблеманы йорт идаралығында ла хәл итә алмайҙар. Телефондан шылтыратыуҙары ла яуапһыҙ ҡала тип зарлана өфөлөләр.
Совет районы торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығында беҙҙең телеканалға мәсьәләне хәл итеү юлдары табылды. Канализациялағы тығындар бөтөрөләсәк, бының өсөн кәрәкле ҡорамалдар алынған, тип яуап бирҙеләр.
Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре етешһеҙлектәрҙе яҡын арала хәл итергә вәғәҙәләй. Әммә был йортта йәшәүселәр, был вәғәҙә генә аҙ тиҙәр. Халыҡ ялыуҙар исемлеген төҙөп, уны идарасылар менән тикшереп, мәсьәләне бергәләп хәл итергә әҙер.
Гүзәл Борханова