Был күңелһеҙ датаны Өфөнөң 95-се мәктәбе йәш инспекторҙары водителдәргә иҫкәрмәләр таратып ҡаршыланы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЙыл һайын донъя буйынса аварияларҙа миллиондан ашыу кешенең ғүмере өҙөлә. Уларҙың яртыһынан күберәге мотоциклистар һәм йәйәүлеләр. Хәҙер был хәүефле төркөмгә велосипедистар ҙа өҫтәлде. Һәләк булыусыларҙың 49 проценты 15-тән 29 йәшкә тиклемгеләр.
Йәш инспекторҙар йәшел ут янған арала зебрала махсус плакат тотоп водителдәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Һуңынан водителдәргә юл ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге хаҡында буклеттар таратылды. Водителдәр ҙә мәктәп йәшенән үк юл ҡағиҙәләре өйрәтелеүенә ҡыуаныс белдерә.

Гүзәл Борханова