Студент кампусы проектына тәҡдим һәм етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә төҙәтмәләр индереләсәк

ВУЗ ара кампустың архитектура концепцияһы буйынса Радий Хәбиров эшлекле кәңәшмә уҙғарҙы. Башҡортостан башлығына өс сиратта ғәмәлгә ашырыласаҡ проекттың варианттары тәҡдим ителде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Фотоэлектрон спектрометр. Йыһан аппаратын хәтерләткән был ҡоролмала материалдарҙың үҙенсәлектәре өйрәнелә. Рентген нурҙары ярҙамында тикшереү өлгөләренең составы билдәләнә.

Ҡеүәтле фәнни-техник база, алдынғы ҡоролмалар һәм заманса ғилми эшләнмәләр. Евразия фән һәм мәғариф үҙәге системаһыда Өфө дәүләт авиация техник университетының өлөшө ҙур. Донъя кимәлендәге фән һәм мәғариф үҙәгенең 10 технология проектының 4-һе тап авиация университетында ғәмәлгә ашырыла.

Әле был проекттар аныҡ эштәрҙә сағылыш таба. Уларҙы һанлы етештереү технологияларында, авиация двигателдәре деталдәрендә, медицина өсөн яңы ҡорамалдарҙа, пилотһыҙ осоу аппараттарына тәғәйенләнгән яңы электрик машиналарҙа күрергә мөмкин. Йәғни, беҙ донъя кимәлендәге яңы фәнни йүнәлештәрҙе билдәләйбеҙ. Евразия фән һәм мәғариф үҙәгенең кампусы булған осраҡта сит илдәрҙәге партнерҙар менән ышаныслыраҡ һөйләшеү алып барыу мөмкимнлеге буласаҡ.

Евгений Парфёнов, Өфө дәүләт авиация техник университетының һанлаштырыу буйынса проректоры

Донъя кимәлендәге яңы лабораториялар, студент һәм аспиранттарға заманса дөйөм ятаҡ, спорт комплексы Евразия фән һәм мәғариф үҙәге тулы ҡеүәтенә эшләп китһен өсөн талап ителгән төп шарттар. Вуз-ара студент кампусы концепцияһы Радий Хәбировҡа тәҡдим ителде. Проектты Швеция компанияһы әҙерләй.

Был тәү сиратта ҡала төҙөлөшө концепцияһы, әлегә идея ғына. Биләмәләрҙе төҙөкләндереү тәҡдимдәрен һәм корпустарҙы урынлаштырыу мөмкинлектәрен күрһәттек. Кампуста студенттар өсөн 3 мең ярым  ятаҡ урыны булдырыла.

Андрей Петров, Semrén&Mansson архитектура концернының Рәсәйҙә бизнес үҫеше буйынса директоры

Әлегә был проекттың бер варианты ғына, уны өс сиратта ғәмәлгә ашырыу ҡарала. Кампус төҙөлөшө өсөн Өфөнөң Киров районында Башҡорт дәүләт университетының төп корпусы  эргәһендәге ер  майҙаны бүленгән. Беренсе сиратта Зәки Вәлиди урамындағы Технопарк бинаһын төҙөкләндереүҙе башҡарыу ҡарала. Бында каворкинг үҙәк, китапхана, студент компаниялары, инновациялы бәләкәй предприятиеларҙың офистары, лабораториялар һәм йәмәғәт биләмәләре урын аласаҡ.

Эшлекле кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы архитектура проектын фекер алышыу барышындағы әйтелгән төҙәтмәләрҙе иҫәпкә алып ҡайтанан әҙерләргә ҡушты. Радий Хәбиров Вуз-ара студент кампусы донъя кимәлендәге стандарттарға  тура килһен  өсөн концепция баштан уҡ ентекләп уйлынылырға тейеш тип билдәләне.

Рафиҡ Әхмәтшин