Башҡортостанда ҡош киҙеүенең икенсе осрағы теркәлде

Республика Ветеринария идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Благовар районында ҡоштарҙың күпләп һәләк булыуы күҙәтелә. Әлеге ваҡытта районда белгестәр эшләй, эпидемияға ҡаршы саралар күрелә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Идаралыҡ вәкилдәре билдәләүенсә, йоғошло ауырыуҙы күсмә ҡоштар тарата. Шуға ла шәхси хужалыҡтарҙағы ҡоштарҙы ихатаға сығармаҫҡа кәрәк, улар ҡырағай йәнлектәр менән бәйләнешкә инергә тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта билдәһеҙ мал аҙығы, ҡош-ҡорт һатып алыу ҙа тыйыла.