Быйыл Башҡортостанда 10 меңдән ашыу янғын теркәлгән

Уларҙа 229 кешенең ғүмере өҙөлгән, 207 кеше тән йәрәхәттәре алған. Фажиғәле хәлдәр айырыуса көндәр һыуыныу менән арта. Шуға ла белгестәр янғын хәүефе юғары булған шәхси секторға профилактик рейдтар менән сыға. Өфөләге баҡсаларҙың береһендә ойошторолған сираттағы иҫкәртеү операцияһында БЮТ каналының ижади төркөмө лә ҡатнашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тимашев ауылы эргәһендәге был баҡсала йәшәүселәр шәмбе иртәһендә ишек шаҡыуға уянды. Ял көнө булыуын файҙаланып, инспекторҙар хужаларҙың һәр береһен тап итергә тырыша. Әммә саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы барыһы ла күрергә ашыҡмай. Шуға ла рейдта ҡатнашыусыларҙы күберәк тимер «күлдәк» кейгән бикле ҡапҡалар йәки уҫал эттәр ҡаршы ала.     

Шулай ҙа үҙенең имен киләсәгенә битараф булмаған кешеләр ҙә юҡ түгел. Баҡсала йәшәүсе күп кенә хужалар профилактик рейдтарға күнегеп бөткән. Белгестәр әйтеүенсә, шәхси секторға зәңгәр яғыулыҡ үткәрелмәгән, шуға ла күптәр өйҙәрен электр уты йәки утын менән йылыта. Был үҙ сиратында янғын сығыу ихтималлығын арттыра.

Рейд барышында йорт хужаларына кәңәштәр еткерелә. Ут сыҡҡан осраҡта ниндәй телефон һандары буйынса шылтыратырға кәрәклеге иҫтәренә төшөрөлә. Инспекторҙар шулай уҡ өйҙәргә янғынды иҫкәртеү приборҙарын ҡуйырға тәҡдим итә.

Ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү фажиғәле хәлдәрҙе кәметергә ярҙам итә. Янғын хәүефһеҙлеге буйынса иҫкәртеү саралары йылытыу миҙгеле аҙағына тиклем дауам итәсәк.

Илдар Байбулатов