Өфө ҡалаһында йәшәүсе яҡындары 71 йәшлек Ғәбдинуров Динар Талип улын эҙләй

Иғтибар, кеше юғалған! Өфө ҡалаһында йәшәүсе яҡындары 71 йәшлек Ғәбдинуров Динар Талип улын эҙләй. 15 ноябрҙә ул Адмирал Макаров урамындағы өйөнән сығып китеүҙән кире ҡайтмаған. Һуңғы тапҡыр уны 16 ноябрҙә иртәнсәк Черниковка тимер юл станцияһы эргәһендә күргәндәр. Билдәләре: 70-75 йәштәрҙә күренә, ҡаҡса кәүҙәле, сал сәсле, күҙҙәре һоро төҫтә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тубығына төшөп торған ҡуйы һоро  күн куртка, ҡара салбар, ҡара йәйге туфли һәм ҡара шапка кейгән булған.

Ғәбдинуров Динар Талип улы тураһында мәғлүмәтте 8-937-302-03-48 йәки 02 телефон һандарына еткереүегеҙ һорала.