Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл, ауыр әммә тотороҡло ҡала

Һуңғы тәүлектә ауырыу йәнә 679 осраҡта раҫланған. Стационарҙарҙа дауаланған пациенттар һаны 650-нән. 118 кеше ауыр хәлдә, уларҙың бишәүһе тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында. Коронавирустан 31 үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланған көндән сир 3 меңдән ашыу кешенең ғүмерен ҡыйҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Вакциналау күрһәткестәре лә арта. Һуңғы тәүлектә генә республикала 31 меңдән ашыу замандашыбыҙ коронавирустан прививка ҡаҙатҡан. Вакциналауҙы миллион 600 меңдән ашыу кеше тулыһынса тамамлаған.

Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн прививкаланырға тейешле халыҡтың яҡынса 64 проценты. Башҡортостанға яҡынса барлығы 2 миллион ярым доза вакцина килтерелгән.