Түбәләҫтәр бер майҙанға йыйылды

Салауат районының Мөрсәлим ауылында «Түбәләҫтәр иле» йыйыны үтте. Сарала мемориаль таш асыуҙан тыш, табындарҙың бай тарихына байҡау яһалды. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Иҫке фарсы телендә яҙылған китап, шәжәрә һәм борон ҡулланылған өй кәрәк-яраҡтары. Салауат районында йәшәүсе Сәйетғәлиндарҙың этнойортонда ҡомартҡыға тиң әйберҙәр йыйылған. Түбәләҫ съезында ҡатнашыусылар тәү сиратта милли мираҫ менән танышты.

Учалы районында үткән 5-се Табын ырыуы йыйынында башҡорттарҙы берләштереү өсөн төрлө ҡарарҙар ҡабул ителә. Уларҙың береһе – Ҡыуаҡан ҡәбиләһенә ҡараған Түбәләҫ ырыуына иҫтәлекле стела асыу. Мемориаль таш Мөрсәлим ауылының мәҙәниәт һәм ял паркында ҡуйылды. Йәшмә, эзбис һәм граниттан торған таш был ерлектең иң бейек нөктәһенән алынған.

Сара урындағы мәҙәниәт йортонда дауам итте. Түбәләҫ ырыуына ҡараған алты ауыл вәкилдәре халыҡ оҫталары күргәҙмәһен ойошторҙо. Ошонда уҡ шәжәрәләрҙең исем туйы ла үтте. Күргәҙмәлә ҡатнашҡан һәр ауыл кешеләре үҙ тарихын өйрәнеп, ата-бабалар исемен асыҡлай. Улар тамырҙарында Табын ырыуы ҡаны аҡҡанан иҫбатлайҙар. Күргәҙмәлә Салауат районы башҡортарына хас түшелдерек, милли кейем кәрәк-яраҡтары, түшәк һәм картиналар кеүек күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәре лә урын алды. 

Ә бына фәнни конференцияла Түбәләҫтәр бай тарихын барланы. Пленар ултырышта республиканың билдәле тарихсылары сығыш яһаны. Артабан да тыуған яҡты өйрәнеүгә етди иғтибар кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Ҡунаҡтар милләттәштәрҙе туплап, телебеҙҙе һаҡлауҙы һәм тарихты өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған сараларҙы киләсәктә лә үткәреү кәрәклеген билдәләне.

Әлфинә Килдейәрова